-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 10:50

«Беренсе Республика» фильмы төрки донъяһы фестивалендә ҡатнаша

Быйыл Төрки донъяһы кинофестивале 21-25 октябрҙә Истанбулда (Төркиә) уҙғарыла. Ул Төркиәнең сәйәси һәм хәрби эшмәкәре Билге Тоньюкук иҫтәләгенә ойошторолған.

Режиссёр Булат Йосоповтың «Беренсе Республика» картинаһы Халыҡ-ара төрки донъяһы кинофестиваленең конкурс программаһына индерелде. «Беренсе Республика» трилогияһының беренсе фильмы «Бабич» «Тарихи панорама» бүлегендә күрһәтелә.
Фестивалдең лозунгы — билдәле төрөк йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист Исмаил Гаспралыҙың саҡырыуы: «Телдә, эштә һәм фекерҙә берләшегеҙ».
Кинофестивалдә конкурстар, махсус секциялар, панно һәм күргәҙмәләр аша жюри ағзаларына һәм тамашасыларға төрки телле дәүләттәрҙең республикаларҙың — Саха Республикаһы, Ҡаҙағстан, Молдова, Башҡортостан, Татарстан, Үзбәкстан, Ираҡ һәм Төрмәнстан фильмдары күрһәтелә.
https://www.bashinform.ru/news/1506736-film-pervaya-respublika-voshel-v-konkursnuyu-programmu-festivalya-tyurkskogo-mira/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: кино
Читайте нас: