+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 12:44

Табиптар хөрмәтенә - тәңкәләр

Үҙәк банк табиптар һәм транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә 25 һәм 10 һумлыҡ тәңкәләр сығарҙы.

Рәсәй банкы ҡиммәтле булмаған металдан 25 һәм 10 һумлыҡ иҫтәлекле тәңкәләрҙе әйләнешкә сығарҙы, тип хәбәр итте банктың матбуғат хеҙмәте. Уларҙың барыһы ла ҡулаҡса менән иҫәпләшеү сараһы булып тора.
Коронавирус менән көрәшкән табиптар хөрмәтенә 25 һумлыҡ тәңкәнең тиражы – 5 миллион дана.
Транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә арналған 10 һумлыҡ аҡсаның тиражы – бер миллион дана.
https://www.bashinform.ru/news/1506370-tsentrobank-vypustil-monety-v-chest-medikov-i-rabotnikov-transportnoy-sfery/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: иҫтәлекле тәңкәләр
Читайте нас: