Бүрек, түбәтәй, сарыҡ, елән һәм тамбурлы сигеү менән биҙәлгән балитәкле ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге. Ҡасандыр был кейемдәрҙе халҡыбыҙ яратып кейгән. Бөгөн улар күргәҙмә өлгөһө. Әммә кәсепселәр уларға яңынан йән өрә. Оҫталар тарих төпкөләндә ҡалған биҙәктәрҙе туплап, уларҙы тергеҙеүгә өлгәшкән.
Халыҡ кәсептәре өлгөләре күргәҙмәһендә кейемдән тыш көнкүреш әйберҙәре лә бар. Ағас һауыттар, Урал аҫылташтарынан эшләнгән картина ла күрергә мөмкин.
Экспозиция 23 октябргә тиклем эшләй. Аҙнаның эш көндәрендә музей ишектәре 10 кешелек төркөмдәр һәм айырым туристар өсөн асыҡ. Бары тик санитар-гигиена талаптарын үтәү, битлек һәм бирсәткәлә булыу мотлаҡ.