+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2020, 10:20

Радий Хәбиров: Башҡортостан Республика көнөн лайыҡлы ҡаршылай

Өфөлә Республика көнөнә арналған тантаналы ултырыш үтте.

Унда Башҡортостан етәкселеге, Дума, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты. Радий Хәбиров Башҡортостан Республика көнөн лайыҡлы ҡаршылай, тип белдерҙе.
- Башҡортостан - илебеҙҙәге алдынғы төбәктәрҙең береһе. Бөтә тармаҡтарҙа ла үҫеш күҙәтелә, - тине ҡотлау телмәрендә Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республика үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев “Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденына лайыҡ булды.
Танылған шағир һәм публицист Рәшит Шәкүрҙең маҡтаулы исемдәренә тағы ла бер награда өҫтәлде. Ижадсыға “Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены тапшырылды.
Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев та төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Читайте нас: