+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 11:50

«Урал Батыр уты» төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафоны

Республиканың бар мөйөштәрендә лә Урал батыр уты рухын йөрәгендә йөрөткән батырҙар бар. Улар менән яҡташтары ғорурлана. Һәр төбәктәге концерттар ошондай билдәле шәхестәргә – үҙ ерҙәренең батырҙарына арналасаҡ.

«Урал Батыр уты» төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте марафоны Башҡортостан Республикаһы көнөнә ҡарата концерттар серияһы әҙерләй.
8-11 октябрҙә республиканың барлыҡ район-ҡалаларында күләмле мәҙәни саралар ойошторола, унда Башҡортостандың сәнғәт оҫталары, солистары һәм коллективтары ҡатнаша. Улар:
– популяр йырсылар Радик Юлъяҡшин/Elvin Grey, Рөстәм Ғиззәтуллин, рок-башҡарыусы Альберт Исмәғил,
– «Арғымаҡ», «Дәрүишхан», «Алтынай», «Бишбармаҡ» төркөмдәре, ZAINETDIN этно-проекты,
– Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле,
– Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары,
– М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары,
– М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары,
– республиканың Сибай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Учалы филармониялары.
Урал батыр уты символы мәғәнәһе – һәр башҡорт үҙенең йөрәгендә ошо уттың осҡонон йөрөтә, башҡорттар яу яланында, фән, мәғариф йә мәҙәниәт өлкәһендә, башҡа өлкәләрҙә лә бөйөк батырҙың лайыҡлы вариҫтары икәнен раҫлайҙар. Урал батыр уты осҡоно Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Мифтахетдин Аҡмулла, Муллаян Халиков, Кәрим Хәкимов, Муса Гәрәев и Миңлеғәле Шайморатов кеүек билдәле шәхестәребеҙҙең йөрәгендә дөрләгән.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: