-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 10:45

Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына - 124 йыл

Милли музейҙың филиалында – Шәһит Хоҙайбирҙин музейында хәтер сараһы ойошторола.

9 октябрҙә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 124 йыл тула.
Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөн билдәләү барышында һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителеүгә 30 йыл тулыу алдынан Милли музейҙың филиалында – Шәһит Хоҙайбирҙин музейында хәтер сараһы ойошторола.
Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы була.
Көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Ш.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында «Ш.Ә.Хоҙайбирҙиндың биографияһы буйынса яңы документтар һәм материалдар» күргәҙмәһе асыла, йорт-музейҙың яңы баҫмалары менән таныштырыу сараһы уҙа. Сәғәт 12-лә Ленин исемендәге паркта Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡәберенә сәскә һалыу тантанаһы башлана.
Сараға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаттары, Башҡортостан Республикаһының Журналистар берекмәһе, Өфө ҡалаһының Үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһы, Милли музей вәкилдәре, шулай уҡ ғалимдар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр саҡырылған.
https://www.bashinform.ru/news/1503991-v-ufe-sostoyatsya-pamyatnye-meropriyatiya-k-godovshchine-so-dnya-rozhdeniya-shagita-khudayberdina/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: хәтер
Читайте нас в