+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 08:15

Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәғариф учреждениеларында 42 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылды

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы мәктәбе лә заманса техник ҡорамалдар менән йыһазландырылды.

Бөгөн белем усағында 173 бала уҡый, улар өсөн 3Д-моделләштереү, программалау, квадракоптер менән идара итеү, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса кластан тыш өҫтәмә дәрестәр ойошторола башланы. Проект сиктәрендә мәктәптең «Технология» кабинетының матди-техник базаһы нығытылған, косметик ремонт уҙғарылған. «Үҫеш нөктәһе» үҙәгендә эшләүгә биш уҡытыусы квалификация күтәреү курстарын үткән.
Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
Читайте нас: