+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 12:56

Башҡорт телен белеү төрөк телен өйрәнеүҙә ярҙам итә тип белдерҙе уҡыусылар

Силәбе өлкәһенең Красноармейск районы Яҡуп ауылында башҡорт һәм төрөк телдәрен өйрәнеү курстары асылды.

Беренсе дәрестә үк уҡыусылар башҡорт телен белеү төрөк телен өйрәнеүҙә ярҙам итә тип белдерҙе. Балаларға уҡытыусылар ҙа ҡушылды.
Башҡорт теле уҡытыусылары – Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәре, “Уралым” гәзитенең баш мөхәррире Нурия Иҡсанова һәм филолог, сығышы менән Башҡортостандан булған Вилиә Батыршина. Төрөк телен Эмре Суджу өйрәтә.
Курс дәрестәре аҙнаһына бер тапҡыр шәмбе көндәре ойошторола. Әлеге ваҡытта мәктәптә 40-тан ашыу бала уҡый. Улар төрлө ижади конкурстарҙа ла ҡатнаша.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: