Ҡаланың 1-се һанлы мәктәбендә цифрлы һәм гуманитар профилле «Үҫеш нөктәһе» тулы кимәлендә эш башланы. Был маҡсатта ике бүлмә йыһазландырыла. Үҙәктә балалар командала эшләргә, фекерҙәре менән уртаҡлашырға, яңы программала проекттар төҙөргә, алдынғы идеяларын үҫтерергә, уларҙы оҫта тормошҡа ашырырға өйрәнәсәк.
Үҙәктә математика, информатика, физик культура,хеҙмәт һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәрестәре буйынса белем алыу заманса шарттарҙа алып барыласаҡ. Яңы ҡоролмалар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар техника менән оҫта итеп ҡулланыуға өйрәнде.
Үҙәктә балалар көндөң төүге өлөшөндә йүнәлештәр буйынса белем алһа, төштән һуң иһә улар төрлө түңәрәктәргә йөрөй ала. Үҫеш нөктәһе баланы үҫтереүгә, һәләттәрен асыуға ҙур мөмкинлек.
Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы