+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 16:37

Республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсына йомғаҡтар яһалды.

“Һүҙ оҫтаһы” республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсына йомғаҡтар яһалды. Конкурстың ойоштороусыһы – БР театр эшмәкәрҙәре союзы. Конкурс нәфис һүҙ жанрын үҫтереү, әҙәби мираҫты һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Быйыл конкурс беренсе тапҡыр онлайн-форматта үтте.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. Уның составында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Римма Лощенкова, актер, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы Фирҙәт Ғәлиев, журналист Әхмәр Үтәбай, Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев булды.
Профессиональ актерҙар араһында еңеүселәр:
1 урын - Илгиз Таһиров (М. Кәрим исмендәге Милли йәштәр театры);
2 урын – Алина Латынова (Йәш тамашасы театры);
3 урын- Әлиә Зарипова (Сәтрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе) һәм Денис Хисамов (Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры).
Студенттар араһында:
1 урын – Илья Ященко (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты);
2 урын – Арина Обухова (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты);
3 урын – Алина Солтанова (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты).
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: