+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 12:00

“Өфө - асыҡ хаттарҙа”

Башҡортостандың иҫтәлекле урындары һәм урамдары төшөрөлгән һирәк осраған ХХ быуаттың асыҡ хаттары урын алған күргәҙмәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар!

БР милли музейының филиалы - Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында “Өфө асыҡ хаттарҙа” исемле күргәҙмә эшләй. Уны ойоштороуҙа Өфө ҡалаһы тарихы музейы һәм крайҙы өйрәнеүсе Владимир Буравцов булышлыҡ итте.
Күргәҙмәлә Башҡортостандың иҫтәлекле урындары һәм урамдары төшөрөлгән һирәк осраған ХХ быуаттың асыҡ хаттары урын алған. Улар өфөләрҙең бер нисә быуынын берләштерә. ХХ быуат башындағы асыҡ хаттарҙы Владимир Буравцов бирһә, совет осоро ҡотлау ҡағыҙҙарын Өфө ҡалаһы тарихы музейы тапшырҙы.
Күргәҙмә октябрь аҙағына тиклем эшләйәсәк.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: