+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 14:23

БӨГӨН МОСТАЙ КӘРИМ ИСЕМЕНДӘГЕ МИЛЛИ ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ "ҮЛМӘҪБАЙ" СПЕКТАКЛЕ ПРЕМЬЕРАҺЫ МЕНӘН 31 -СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕН АСА

Миҙгел асыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, театр алды майҙансығында концерт менән башлана. Артабан театр фойеһында Мөхәмәтша Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” романтик драмаһы геройҙары менән

осрашыу мөмкинселеге лә бар. Ҡыллы музыка ҡоралдары квартеты классик әҫәрҙәре менән ҡыуандырмаҡсы.
31-се миҙгел асыуҙың төп тантанаһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ҡуйылған Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәм “Үлмәҫбай” поэмаһы буйынса "Үлмәҫбай" спектакле премьераһы менән асыласаҡ.
3 октябрь яңы ижад миҙгелен асыу тамашаһын театрҙың рус труппаһы Г.Белых һәм Л.Пантелеевтың "Республика ШКИД" спектакле дауам итәсәк.
Рәзилә Ырыҫҡужина,
Театрҙың әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре.
Читайте нас: