-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 08:20

Мостай Кәрим урамында тиҙҙән ремонт эштәре тамамланасаҡ

Өфөлә Мостай Кәрим урамында ике яҡлы хәрәкәт асыла. Бында юлды ремонтлау эштәрен октябрҙә тамамлау күҙаллана. Был урамда капиталь ремонт былтыр уҡ "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проект сиктәрендә башланғайны.

Транспорт Киров урамынан Чернышевский урамына тиклемге арауыҡта ике йүнәлештә хәрәкәт итергә тейеш. Тиҙҙән бында махсус юл билдәләре ҡуйыла.
Хәҙер юлсылар айырым участкаларҙа йәйәүлеләр юлына плитә түшәй һәм юл япмаһы эштәрен дауам итә. Бынан тыш, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы тышҡы яҡтыртыу селтәрен ҡороу планлаштырыла.
«2021 йылдың яҙында «Арт-КВАДРАТ» ижад майҙансығы янында Коммунистик урамдан Чернышевский урамына тиклем 60 төптән ашыу йәш ағас ултыртыла», — тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтендә.
Бынан алда «Башинформ» Өфөнөң Мостай Кәрим урамында Коммунистик урамдан Чернышевский урамына хәтлем барлыҡ ағастарҙы ҡырҡып ташлауҙары тураһында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/1500564-v-ufe-na-uchastke-ulitsy-mustaya-karima-otkroyut-dvustoronnee-dvizhenie-i-vysadyat-derevya/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: юл эштәре
Читайте нас в