-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 10:35

Грипҡа ҡаршы вакцина - өлкән йәштәгеләргә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы грипҡа ҡаршы вакцинаның икенсе партияһын алды — 551 970 доза. Уның күпселек өлөшө — 527,64 мең доза өлкән йәштәгеләргә (60 йәште уҙған) прививка яһау өсөн тәғәйенләнгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, йыл башына республикала 849 мең оло кеше йәшәгән.
Ете мең доза — йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, 11 360 доза 15-17 йәшлек урта махсус уҡыу йорттары студенттарына йүнәлтелә.
Прививка сирләү кимәлен 1,5 тапҡырға кәметә, ауырыуҙы еңелерәк үткәрергә мөмкинлек бирә, ауыр эҙемтәләрен иҫкәртә, пневмония менән дауаханаға һалыу осраҡтарын икеләтә кәметә.
Грипҡа ҡаршы вакцинаның тәүге партияһы халыҡтың 11% яһалды. Йәмғеһе халыҡтың яртыһына — 2 миллиондан ашыу кешегә прививка эшләү планлаштырыла. Өлкән йәштәгеләрҙән һәм йөклөләрҙән тыш, 6 айлыҡ балаларҙан башлап уҡыусылар, студенттар, табиптар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре вакцина яһатырға тейеш.
https://www.bashinform.ru/news/1501014-minzdrav-bashkirii-raspredelil-ocherednuyu-partiyu-vaktsiny-ot-grippa-/
Теги: вакцина, грипп
Читайте нас: