+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 08:15

Милли проекттарҙың үтәлеше Владимир Путин рәйеслегендә үткән дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡаралды

Дәүләт башлығы һәр милли проекттың һөҙөмтәләре халыҡтың йәшәйешендә аныҡ сағылырға тейеш тип белдерҙе.

Башҡортостан башлығы ла ултырышта ҡатнашты. Президент, хөкүмәт ағзалырынан тыш дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында ил төбәктәре башлыҡтары ла ҡатнашты. Пандемия шарттарына бәйле фекер алышыу видеоконференция тәртибендә ойошторолдо.
Кәңәшмәне асып, Президент коронавирус менән көрәш мәсьәләһенә туҡталды. Мәкерле сирҙең таралыуы әле туҡтатылмаған, шуға ла уяулыҡты юғалтырға ярамай тигән фекер белдерҙе Владимир Путин. Артабан фекер алышыу кәңәшмәнең көн тәртибе буйынса барҙы. Дәүләт башлығы һәр милли проекттың һөҙөмтәләре халыҡтың йәшәйешендә аныҡ сағылырға тейеш тип белдерҙе. Федераль, төбәк һәм муниципаль власть вәкилдәренең был йүнәлештә хеҙмәттәшлеген тағы ла нығытыу кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте.
Читайте нас: