+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 13:03

"ЙӘШЛЕК-ШОУ - 2020" БӨТӘ РӘСӘЙ ФЕСТИВАЛЕНӘ ӘҘЕРЛЕК БАРА

«Йәшлек-шоу — 2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең тәүге һайлап алыу туры Кушнаренко ауылында ойошторолдо. Быйыл һайлап алыу туры Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә үткәрелә. Проекттың продюсеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы

Рөстәм Ғиззәтуллин.
Фестивалдең ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, һайлап алыу йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Клэнтони (Ильяс Батыргәрәев) яуланы. Ул 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Икенсе урында — Ләйсән Ғәлиева, өсөнсөлә — Филиә Әзетдинова. Уларға ете һәм биш мең һум тапшырылды.
Быйыл һайлап алыу туры Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә үткәрелә. Һәр һайлап алыу туры тамамланғандан һуң ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында open-air концерты көтә.
17-18 ноябрҙә конкурстың беренсе этабының иң һәләтле ҡатнашыусылары гала-концертта танылған йырсылар менән бергә сығыш яһау хоҡуғы өсөн көрәшә. Концерт 20 ноябрҙә була, еңеүселәр ҙә шул ваҡытта иғлан ителә. Беренсе премия лауреаты — 300 мең, икенсеһе — 200 мең, өсөнсөһө 100 мең һум менән бүләкләнә.
Киләһе һайлап алыу туры 2 октябрҙә республиканың төньяҡ-көнсығышында – Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле райондары – Мәсәғүт ауылында була.
https://www.bashinform.ru/news/1500231-v-bashkortostane-proshel-pervyy-otborochnyy-tur-vserossiyskogo-festivalya-yeshlek-shou/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: фестиваль, йәштәр
Читайте нас: