-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 19:19

«Урал батыр» йәнһүрәте мәктәптәрҙә күрһәтеләсәк

Анимация фильмының презентацияһы Республика көнөнә һәм Башҡорт теле йылына бағышлана.

Уны 30 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында һәм көндөҙгө сәғәт 3-тә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ҡарарға мөмкин.
Презентация Республика көнөнә һәм Башҡорт теле йылына бағышлана. Шулай уҡ Шәйехзада Бабичҡа арналған видеоконкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Викторина «Аҡбуҙат» балалар журналының тарихына бағышлана.
2018 йылда «Аҡбуҙат» балалар журналы «Урал батыр» эпосы буйынса балалар өсөн комикстар һәм анимация фильмдарын әҙерләү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алды. Комикстар ике йыл дауамында «Аҡбуҙат» журналында баҫылып, айырым китап булып донъя күрҙе.
https://www.bashinform.ru/news/1500406-v-shkolakh-ufy-sostoitsya-prezentatsiya-animatsionnogo-filma-ural-batyr/
Ләйлә Аралбаева
Теги: башҡорт теле
Читайте нас в