-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 14:40

Башҡортостанда оҙон ғүмерле кешеләрҙең һаны 18 меңдән ашыу икән

Бөтә донъялағы кеүек үк, ололар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк. Беҙҙең республикала 60 йәштән өлкәнерәк 533 мең ҡатын-ҡыҙ һәм

316 мең ир-егет иҫәпләнә.
Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республикабыҙҙа 60 йәштән өлкәнерәк 849 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Өлкән йәштәгеләрҙең дөйөм һанынан 623 мең кеше — 60-74, 207 меңе — 75-89 йәштә. 18 меңдән ашыу кеше оҙон ғүмерлеләр йәшенә еткән — 90 йәштә һәм унан өлкәнерәк.
Башҡортостанда 60 йәштән өлкәндәрҙең өлөшө йыл башына 21% тәшкил иткән.
Былтырғы йомғаҡтар буйынса, республикала халыҡтың ғүмер оҙонлоғо күрһәткесе — 72 йәш.
2020 йылдың башында ҡалаларҙа 60 йәште уҙған 497 меңгә яҡын кеше йәшәгән, ауыл ерендә иһә 352 мең кеше булған.
Бөтә донъялағы кеүек үк, ололар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк. Беҙҙең республикала 60 йәштән өлкәнерәк 533 мең ҡатын-ҡыҙ һәм 316 мең ир-егет иҫәпләнә. Ир-егеттәрҙең аҙлығы тәү сиратта улар араһында үлем осраҡтарының юғары булыуына бәйле. Былтыр республикала ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөлгән ғүмер оҙайлығы араһында айырма 10,7 йәш тәшкил иткән.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, никахҡа инеүселәр ҙә күп. Мәҫәлән, 2019 йылда 60 йәштә һәм унан өлкәнерәк 700 ир-егет һәм 424 ҡатын-ҡыҙ өйләнешкән. Улар араһынан 69 ир-егет һәм 43 ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да никахта тормаған.
2018 йылда халыҡтың йәшәү шарттарын күҙәтеү йомғаҡтары буйынса, эшкә һәләтле йәштәге өлкәндәрҙең 68% – үҙҙәренең сәләмәтлеген ҡәнәғәтләнерлек, 25% ашыуы мөшкөл тип баһалай. Хаҡлы ялдағыларҙың 58% күберәге хроник сирҙәрҙән яфалана.
https://www.bashinform.ru/news/1500143-v-bashkirii-bolee-18-tysyach-lyudey-schitayutsya-dolgozhitelyami-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Ололар көнө
Читайте нас: