+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 13:00

«Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр»

Баш ҡалала «Ел йыры» тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы фильм сыҡҡан. Картина «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» проекты сиктәрендә төшөрөлгән.

Башҡортостан да был проектта әүҙем ҡатнашты. «Ел йыры» тип аталған фильмдан хозур тәбиғәткә һөйөү, илһөйәрлек тойғолары уяна. Фильм бик актуаль темаларҙы асып һала. Балалар араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ сифаттары тәрбиәләүгә лә йоғонто яһай. Замана балалары араһындағы мөнәсәбәт, дуҫлыҡ, әхлаҡ тураһында ул. Һуңғы арала мәктәптәрҙә барлыҡҡа килгән буллинг, йәғни бер баланы күмәкләп ҡыйырһытыу күренештәрен тәнҡитләй.
"Сәнғәттең төп маҡсаты кешенең эске донъяһын формалаштырыу. Кино сәнғәте өлгө алыу өсөн геройҙар, үҙ-үҙеңде тотоу моделдәре аса. Шуға күрә тап кино сәнғәтенең балаларға көслө йоғонто яһауына иманым камил. Беҙ йөрәккә үтеп инеп кенә хәҙерге заман балаларына әхлаҡи тәрбиә бирә алабыҙ", - ти Виктор Меркулов, «Рәсәй мәктәптәрендә кинодәрестәр» проекты етәксеһе.
Айнур Кәбиров
Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
Читайте нас: