-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2020, 13:38

БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНЕҮҘӘ НИМӘ ҮҘГӘРӘ?

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн Ғафури районында уҙған башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумында башҡорт телен өйрәнеүгә сертификат индерергә тәҡдим итте. Уның фекеренсә,

сертификат алыу өсөн етди һынау тоторға кәрәк. Радий Хәбиров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына был мәсьәләне өйрәнергә, атап әйткәндә, ошондай сертификатҡа эйә булғандарға өҫтөнлөк биреүҙе ҡарарға ҡушты, (мәҫәлән, дәүләт йәки муниципаль власть органдарына эшкә ингәндә).
Туған телде бәләкәй саҡтан үк өйрәнергә кәрәк, тип иҫәпләй Радий Хәбиров. Бының өсөн шарттар булдырыу мөһим, шул иҫәптән балалар баҡсаларында. Радий Хәбиров «Туған телде өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе» республика конкурсын ойоштороу һәм еңеүселәргә республика башлығы премияларын тапшырыу тәҡдимен хупланы.
«Беҙгә балалар баҡсаларында нисек итеп башҡорт телен индереү тураһында етди уйларға кәрәк. Мин бөгөн ҡараным, ҡыҙыҡлы интерактив программалар бар, бөтә балалар ҙа ҙур теләк менән шулар буйынса шөғөлләнергә теләр тип уйлайым. Мәғариф һәм фән министрлығы ошо программа тураһында уйланырға тейеш», — тине Радий Хәбиров.
Башҡорт теле заманса уҡытыла, тип билдәләне республика етәксеһе. Ләкин бының менән артабан да шөғөлләнергә кәрәк.
Башҡортостан башлығы Мәғариф һәм фән министрлығына милли мәктәп статусын нығытырға ҡушты, шул уҡ ваҡытта, уның фекеренсә, ошо йүнәлештә ҡайҙа барыуыбыҙҙы аңлау зарур. Тағы бер яңылыҡ колледждарҙа башҡорт телен уҡытыу менән бәйле. Уларҙа 96 мең студент белем ала, шул иҫәптән башҡорт телен өйрәнергә теләгән йәштәр күп. Ҡыҙыҡлы булһын өсөн урта махсус уҡыу йорттарына айырым программалар һәм уҡытыу алымдарын әҙерләргә кәрәк.
Телде өйрәнеүҙең альтернатив методикаһын, интерактив һәм онлайн формаларҙы индереү мөһим. Радий Хәбиров әйтеүенсә, уның телефонында башҡорт телен өйрәнеү өсөн биш ҡушымта бар.
Кадрҙар әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бүлеү ҡарала. Әйтәйек, быйылдан педагогия колледждарында туған телдәр буйынса өҫтәмә һөнәр менән тәрбиәселәр һәм башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләй башланылар. Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла шулай эшләргә тәҡдим ителә. Был кадрҙар, тәү сиратта, милли, полилингваль мәктәптәр өсөн кәрәк. Башҡортостан башлығы һүҙҙәренсә, балаларҙы ата-әсәһе йәки тиҫтерҙәре менән аралаша алһын өсөн башҡортса һөйләү телмәренә өйрәтеү зарур.
«Башҡортса һөйләшергә оялмаҫҡа кәрәк, ҡайһы берҙә һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәһәгеҙ ҙә, быны хупларға ғына кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/1499001-glava-bashkirii-predlozhil-vvesti-sertifikat-na-znanie-bashkirskogo-yazyka/
Азат Ғиззәтуллин
Теги: мәғариф, башҡорт теле
Читайте нас: