+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 16:10

“ЮЛДАШ" РАДИОҺЫНДА БӨГӨН - БАЙРАМ!

"Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре бөгөн 20 йыллыҡ юбилейҙары айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итә. "Тамаша" журналы мөхәрририәте лә ҡотлауҙарға ихлас ҡушыла. "Юлдаш"ҡа оҙон ижади ғүмер, яңы уңыштар, артылыштар теләйбеҙ.

2000 йылдың 25 сентябрендә Башҡортостан радиоһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән йыр-моң каналы эфир даръяларына сыға.
Бөгөн “Юлдаш” радиоһы – Башҡортостанда ҙур мәғлүмәт сараларының береһе. Уны республикала ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән һәр төбәктә тыңларға була.
Читайте нас: