+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 08:15

МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО ЯҢЫ ҺУЛЫШ АЛА

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша. Капиталь ремонт "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Әле икенсе ҡатта эш тамамланған, клуб яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла.
Бынан өс тиҫтә йыл элек төҙөлгән, әлеге көнгә тиклем авария хәлендә булған мәҙәниәт йорто бөгөн яңы һулыш ала. Бинала тамаша залы һәм бүлмәләрҙең түбә‐стеналарын тигеҙләү, аҡлау, буяу эштәре тамамланыуға яҡынлаша. Электр селтәрҙәре яңыртылған, зәңгәр яғыулыҡ та үткәрелгән.
Яңыртыу эштәре «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә башҡарыла, был маҡсатта 9 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Төҙөкләндереү эштәренән тыш, материаль‐техник база ла яңыртыла. Ауыл клубтары мәҙәниәтте үҫтереүҙә һәм уны һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай. Шуға ла урындағы халыҡ уның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Читайте нас: