Пьесаны күп тапҡыр башҡорт театрҙары менән эшләгән Өфө драматургы Владимир Аношкин яҙған. «Орнамент нимә тураһында йырлай?» спектакле — фәлсәфәүи йөкмәткеле.
«Әлеге ваҡытта теоретик яҡтан эшләйбеҙ – рәссам, композитор һәм режиссер, материалды өйрәнәбеҙ. Бер нисә мәртәбә артистар менән осраштыҡ. Рәссам спекталдең проектын әҙерләп бөтһә, худсовет була һәм шунан һуң спектаклгә тотонабыҙ. Материал бик ҙур, ҡатмарлы – башҡорт халҡының әкиәттәре, легендалары, риүәйәттәре. Уның нигеҙендә – биш ҙур легенда. Башҡорт халҡының мифологияһына сумып, мин, режиссер булараҡ, шунда йәшәйем, көн һайын шул хаҡта уйлайым», — тип һөйләне театр директоры Альберт Имаметдинов «Башҡортостан» ДТРК медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында.
План буйынса «Орнамент нимә тураһында йырлай?» спектакле яңы йыл кампанияһына – ноябрь аҙағында-декабрь башында әҙер булырға тейеш, ләкин быйыл күп кенә проекттар күсерелде, шуға күрә был спектаклде сәхнәләштереү ваҡытының да үҙгәреүе ихтимал.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Театрҙар – балаларға» проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына 7,7 миллион һум бүленде.
https://www.bashinform.ru/news/1498164-bashkirskiy-teatr-kukol-gotovit-bolshuyu-postanovku-na-osnove-bashkirskikh-skazaniy-i-legend/