+19 °С
Дождь
Новости
24 Сентября 2020, 09:15

«Боронғо Өфө»

Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында сираттағы күргәҙмә

Был юлы экспозиция «Өфө – 2» ҡаласығы биләмәһендә төрлө йылдарҙа табылған һөйәк әйберҙәрҙән тора. Улар араһында һунар-кәсепселектә, яуҙа ҡулланылған махсус ҡоралдар бар. Барыһы ла төрлө кейек һөйәктәренән эшләнгән. Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы эшмәкәрлегендә урта быуат модаһы, биҙәүестәр, керамика һәм көршәк сәнғәте кеүек айырым темаларға арналған 40-тан айырым күргәҙмә ойошторола. Сираттағы экспозиция ла халыҡты битараф ҡалдырманы. 200-ҙән ашыу артефакт әйбер ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле булыуы менән айырыла.
Читайте нас