+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2020, 12:25

30-сы халыҡ-ара Аксаков байрамына рәхим итегеҙ!

Быйыл ул Өфөнөң тәүге губернаторы Григорий Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған, 25 сентябрҙән 1 октябргә тиклем дауам итәсәк. Байрамдың программаһы:

25 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы ауылында «Аксаков әкиәттәре» театрлаштырылған концерты менән башлана.
Ошо уҡ көндө Өфө йылға команда училищеһында «Аксаков намыҫ дәресе» уҙа.
Өфө районының Зубов ауылында фольклор байрамы старт ала.
26 сентябрҙә фестиваль программаһы Бәләбәй районы Надеждин ауылының Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәгендә дауам итә.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Ал сәскә» балеты күрһәтелә.
30 сентябрҙә баш ҡала хакимиәтендә Аксаков премияһына лайыҡ булыусы студенттарҙы тәбрикләү.
1 октябрҙә Өфөнөң 11-се Аксаков гимназияһында Аксаков дәресен уҙғарыу ҡаралған.
Читайте нас: