+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 10:45

"САЛАУАТ ЮЛАЕВ ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕНДӘ"

2020 йылдың 7 октябрендә ошо исем аҫтында түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ. Ул онлайн-форматта ZOOM платфомаһында үтәсәк.

Түңәрәк өҫтәл Республика көнөнә, Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаевтың үлеменән 220 йыл үтеүгә, Салауат Юлаев музейының 55 йыллығына арнала.
Салауат Юлаев музейы крайҙы өйрәнеүселәрҙе, ғалимдарҙы, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, батыр шәхесен өйрәнеүселәрҙе сарала ҡатнашырға саҡыра.
Сара Салауат районының Малаяҙ ауылында, Салауат Юлаев музейында (Совет урамы, 61 а йорт) үтә. 11 сәғәттә башлана.
Эштең мөһим йүнәлештәре: Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев тураһында тарихи мираҫ һәм тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу һәм өйрәнеү, Cалауат Юлаев образын музейлаштырыу, Cалауат Юлаев музейының 55 йыллыҡ тарихы.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: