+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 18:25

«Уйна, гармун!» Халыҡ байрамына рәхим итегеҙ!

Халыҡ байрамының үҙәгендә -

26 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһында «Уйна, гармун!» халыҡ байрамы үтәсәк. Гармун, баян, тальян-гармун – халыҡ музыка ҡоралдары тамашасыларға халыҡ ижады менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирәсәк.
Халыҡ байрамының үҙәгендә - Республика гармунсылар фестивале, унда барлыҡ ҡатнашыусылар бергәләп халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтар һәм бейеү көйҙәрен башҡарасаҡ.
Халыҡ байрамы сиктәрендә музыкаль флешмоб ойошторола. Унда ҡатнашыр өсөн музыка ҡоралында әҫәр башҡарып, видеояҙма төшөрөргә һәм социаль селтәрҙәрҙә #ИграйГармонь #УйнаГармун #яГармонист #МинГармунчы #МинГармунсы #НародныйИнструмент #МиллиУенКоралы #МиллиУйынҠоралы хештэгтары менән билдәләргә кәрәк.
Читайте нас: