+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 14:15

Рөстәм Нәбиевты һөйөнсө көтә!

Был ваҡиға уның Эльбрус тауына менеүе менән бәйле.

Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙең Гиннесс рекордтары китабына индерелә.«Бөгөн миңә китаптың вәкиле шылтыратты. Был бик шәп! Ныҡ шатмын, — тип яҙҙы Рөстәм Инстаграмда. – Миңә А пунктынан Б пунктына тиклем барып етеүемде раҫлаған видеоматериал ғына ебәрергә кәрәк. Беҙ, әлбиттә, барыһын да ебәрербеҙ».
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Рөстәм Нәбиевтың Рәсәйҙең диңгеҙ кимәленән иң бейек нөктәһенә ҡулы менән күтәрелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Яҡташыбыҙ тауға артылыу өсөн алты айҙан ашыу әҙерләнгән.
https://www.bashinform.ru/news/1496687-imya-ufimtsa-bez-nog-rustama-nabieva-vklyuchat-v-knigu-rekordov-ginnessa-rossii-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: Рәсәйҙең Рекордтар китабы, Рөстәм Нәбиев
Читайте нас: