+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 08:20

Балаларға - айырым иғтибар

Республика көнө уңайынан баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә бер юлы ике балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк. «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән һәр бинаның хаҡы 200 млн һумдан ашыу. Заманса йыһазландырылған учреждениелар балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш килер.

Сипайлово биҫтәһендә төҙөлгән балалар баҡсаһында эшселәр бинаны биҙәүгә күсә. Бер айҙан өс ҡатлы объектта төҙөлөш инструментарын малай-ҡыҙҙарҙың тауыштары алмаштырасаҡ тип көтөлә. Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алған балалар баҡсаһы 215 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.
Заманса балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу өсөн шарттар булдырылған. Иркен музыка залы, йоҡо бүлмәһе, ашхана, уйнау өсөн сағыу майҙансыҡтар малай-ҡыҙҙарҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк тип күҙаллана.
Сәләмәтлеге менән ҡатмарлыҡтары булған кескәйҙәр өсөн бинаның һәр ҡатында махсус төркөм ойошторола. Объекттың бөтә бүлектәрендә лә видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыла. Балалар баҡсаһы ихатаһындағы уйын майҙансыҡтары резина ҡатламы менән түшәлә.
"Былтыр төҙөлә башлаған балалар баҡсаһы бер нисә аҙнанан файҙаланыуға тапшырыла. Күләмле эштәр тамамланды, әҙер бинаны тәртипкә килтерергә ҡалды. Учреждениела балалар өсөн 8 төркөм асыла, уның икәүһе иң кескәйҙәр өсөн буласаҡ. Ата-әсәләр объектты ҡыуанып ҡабул итер тип ышанам", - ти Артур Насиров, Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе.
«Демография» милли проекты сиктәрендә сафҡа ингән объектты төҙөү өсөн бюджеттан 200 млн һумдан ашыу аҡса бүленә. Сипайлово биҫтәһендә ошо уҡ проектҡа ярашлы тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланыу алдында. 190 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән учреждениеға мебель килтереп, биҙәү эштәрен тамамлау ҡаралған. Урындағы халыҡ өсөн мөһим социаль объекттар Республика көнөнә асылыр тип көтөлә.
Читайте нас: