Республика көнөн, Рәсәй көнөн, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 446 йыллығын һәм Салауат Юлаевтың 266-сы тыуған көнөн
Баш ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәп, бер нисә майҙансыҡта байрам концерттары ойошторола.
Төп концерт Рус драма театры алдындағы майҙанда киске сәғәт 6-ла башлана. Тамаша төнгө 11-ҙә фейерверк менән тамамлана. «Ватан» паркында (Конгресс-холл) федераль һәм республика кимәлендәге йондоҙҙар (исемдәре әлегә сер итеп һаҡлана) ҡатнашлығында концерт әҙерләнә. Шунда уҡ дүрт байрам уңайынан һауаға икенсе салют атыла.
Шулай уҡ яңыртылған «Беренсе май» паркында һәм Өфөнөң башҡа райондарында халыҡ өсөн байрам ойошторола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле Ҡала көнөн, Рәсәй көнөн һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләүҙе көҙгә күсергәйнеләр.
https://www.bashinform.ru/news/1496977-den-respubliki-ufa-otmetit-dvumya-salyutami-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: салют, Республика көнө, Салауаттың тыуған көнө