- Яңыраҡ ҡына Мәскәүгә барып ҡайттыҡ семинарға. 16 проект араһында Татарстан башҡорттары ҡоролтайының "Вместе мы едины" исемле проекты Мәскәү кимәлендә танылыу алды.
Фестивалдең төп маҡсаты – йәштәрҙе милли үҙенсәлекте һаҡлау, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға йәлеп итеү. Сарала ун номинация буйынса ижади конкурс үтә.
Фестивалгә ғаризалар 23 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Унда студенттар, ижад коллективтары, йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша ала.