+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 17:25

Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына - 100 йыл

Шаран районында башҡорт драматургы, яҙыусы, публицист һәм шағир Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үтте.

Сараларҙа ҡатнашыу өсөн БР яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, билдәле сатирик яҙыусы, публицист, И. Абдуллиндың милли мираҫын өйрәнеүсе комиссия рәйесе, БР дәүләт ултырышы – ҡоролтай депутаты Марсель Сәлимов, Ибраһим Абдуллиндың улы, БР атҡаҙанған фән эшмәкәре, химия фәндәре докторы, РФ технологик фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Марат Абдуллин, БР яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Нурлан Ғәлиев килде.
Делегация Шаран ауылында яҙыусы исемен йөрөткән урамда мемориал таҡта асты, Ерекле ауылында И. Абдуллин шишмәһендә “Һаумы, шишмәм!” тамашаһын ҡараны. Артабан яҙыусыға арналған аллеяға беренсе ағас үҫентеләре ултыртыу эшендә ҡатнашты. Шулай уҡ Ерекле ауылында урындағы музейҙа булып, “Йөрәк һүҙе” исемле әҙәби-музыкаль композиция менән танышты.
Байрам саралары Район мәҙәниәт йортонда «Ибраhим Абдуллин йырҙары менән йәмле Ағиҙел буйлап…» кисәһе менән тамамланды, унда БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡатнашты.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: