Халыҡ-ара ололар көнө айҡанлы, өлкән быуынға хөрмәт йөҙөнән “Нур” театры акция үткәрә: 1 октябрь көнө буласаҡ спектаклгә билетты ни бары 100 һумға алырға мөмкин.
Был көндә тамашасыларға театрҙың Ҙур залында Георгий Хугаевтың “Ысҡындырмайыҡ кейәүҙе” музыкаль комедияһы тәҡдим ителә. Режиссеры – Дамир Сәмерханов.
Билеттарҙы ташлама менән пенсия таныҡлығы буйынса һәм бары тик “Нур” театры кассаһында һатып алырға мөмкин.