+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2020, 21:00

Эшләп, әллә ял итеп арынығыҙмы?

...арып киләм,ваҡытһыҙ йөрөмә әле бимазалап!..

ИКЕ СЕБЕН(мәҫәл)Бер үгеҙ көн буйынса һөрөп һабан,Ауылға ҡайтып килә кискә табан.Үгеҙҙең мөгөҙөнә ҡунып килгәнБер себенгә бер танышы осраған.Танышы шул ваҡытта быны күрҙе –Килә был һабан һөргән үгеҙ менән.“Күҙемә күренмәнең көн буйынса,Ҡайҙан ҡайтып киләһең һин?” – тип һораған.Теге себен, эреләнеп, быға ҡарап,Ҙурланып, тамаҡ ҡырып, бирҙе яуап:“Көн буйы һабан һөрөп, арып киләм,Ваҡытһыҙ йөрөмә әле бимазалап!”Һөйләшһәң себен төҫлө кеше менән,Маҡтаныр эшләмәгән эше менән.Көн күргән кешеләр күп был донъяла,Себен кеүек, башҡаларҙың көсө менән.(М.Ғафури)
Читайте нас: