-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 13:38

«Мисс Евразия-2020» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының Гран-прийы - Өфө һылыуҡайында!

18 илдән һәм төбәктән 24 ҡыҙ «Мисс Евразия-2020» исеме һәм тажы өсөн көрәште.

Өфө ҡыҙы Лилиә Ғилмийәрова, ҡайһы бер дәғүәселәрен артта ҡалдырып, Гран-при яуланы. Ҡыҙ әйтеүенсә, был исем Израиль сибәре лайыҡ булған «Мисс Евразия» титулы менән номинацияға тиң тип әйтергә мөмкин.
«Яҙ көнө, карантинда ултырған ваҡытта, Мисс Максим конкурсында ҡатнашырға булдым һәм журнал версияһы буйынса 4000 ғариза араһынан илдең иң һылыу өс ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә индем, — тип яҙҙы Лилиә. — Ә бөгөн мин Истанбулда уҙған «Мисс Евразия-2020» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы Гран-прийын ҡулыма алдым. Тыуған республикам исеменән сығыш яһауым менән бәхетлемен. Башҡортостан ҡыҙҙары иҫ киткес сибәр, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит!».
Лилиә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы менән әңгәмәләшкәндә конкурсҡа осраҡлы ғына эләгеүе хаҡында әйтте.
«Рәсәйҙәге интернет реклама агентлығы — IConText компанияһының коммерция директоры минең шиғырымды «Фейсбук»тағы сәхифәһендә баҫтырып сығарған. «Мисс Евразия» халыҡ-ара конкурсы президенты мине тап ошо социаль селтәрҙә күреп ҡалып, ҡатнашырға саҡырҙы. Бына шулай минең шиғыр яҙырға яратыуым тажға алып килде», — ти һылыуҡай.
Билдәле булыуынса, Лилиәнең Өфөлә бейеү студияһы бар.
https://www.bashinform.ru/news/1495231-krasavitsa-iz-ufy-vzyala-gran-pri-mezhdunarodnogo-konkursa-krasoty-miss-evraziya-2020/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: матурлыҡ конкурсы, Гран-при, Мисс Евразия
Читайте нас в