+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2020, 10:55

ТЫНЫС ҺУНАРҘЫҢ ҠОРБАНЫ БУЛЫП ҠУЙМАҒЫҘ!

Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Республикала бәшмәк менән ағыуланған осраҡтар бар. Ағыуланыу осраҡтарында кешеләр бәшмәкте урманда үҙ аллы йыйған һәм өй шарттарында бешергән.
Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәте буйынса, республикала үлем осраҡтары теркәлмәгән. Белгестәр билдәләүенсә, бәшмәк менән ағыуланыу башҡа ризыҡтар менән ағыуланыуға ҡарағанда ауырыраҡ үтә. Айырыуса был балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн хәүефле.
Бынан алда Роспотребнадзор баҫтырып сығарған статистикаға ярашлы, 2020 йылдың ғинуар-июнендә аҙыҡ-түлек менән ағыуланыуҙың 11 осрағы теркәлгән, шуларҙың унауһы — бәшмәк менән.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда бер ғаилә бәшмәк менән ағыуланған. Кис көнө атай, уның ике бәләкәй балаһы бәшмәк ашаған. Иртән 6 йәшлек ҡыҙыҡай үле килеш табылған, уның 28 йәшлек атаһы һәм 2 йәшлек ҡустыһы дауаханаға оҙатылған. Тәфтишселәр 10 августа ғаилә башлығының ауыл ситендә үҫкән бәшмәкте йыйыуын асыҡлаған.
https://www.bashinform.ru/news/1494208-v-bashkirii-20-chelovek-otravilis-gribami-rospotrebnadzor-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: