-5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2020, 18:31

«Сәсмәүерем, селтәрем – 2020» Төбәк-ара башҡорт милли кейеме фестивале нисек, ҡайҙа һәм ҡасан уҙғарыласаҡ?

Фестиваль “Баймаҡ” Халыҡ кәсептәре үҙәге директоры Вилүр Рәхимғолов хәтеренә бағышлана.

«Сәсмәүерем, селтәрем – 2020» Төбәк-ара башҡорт милли кейеме фестивале быйыл 5-се тапҡыр ойошторола һәм “Баймаҡ” Халыҡ кәсептәре үҙәге директоры Вилүр Рәхимғолов хәтеренә бағышлана.
Конкурс Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә үтә. Быйыл ул тәүге тапҡыр онлайн-форматта була.
Фестивалдә башҡорт милли кейемен етештергән мәҙәниәт учреждениелары, ижад коллективтары, предприятиелар, ҡала һәм район ойошмалары, шәхси кешеләр, ғаиләләр, белем биреү учреждениелары, сәнғәт белгестәре, этнографтар, фәнни хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша ала.
Фестиваль сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция, оҫталыҡ дәрестәре һәм күргәҙмә уҙасаҡ.
Ғаризалар 30 сентябргә тиклем [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас в