мәҙәниәт усаҡтары эшләй. Иң төпкөл ауыл район үҙәгенән 85 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Күсмә автобус клуб булмаған ауылдарҙа концерттар ойошторорға мөмкинлек бирә. Яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары менән йыһазландырылған, сәхнәһе булған автоклуб файҙаланыуға тапшырылыу менән, урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл эшсәндәрен йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.