+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 12:30

Мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы башлана

Башҡорт халҡының һирәк башҡарылған жанры – мөнәжәтте һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү – конкурстың төп маҡсаты.

Сара мөнәжәт, нәсихәт, Ҡөрьәндән шиғри сәүрәләрҙе башҡарыусылар араһында иң яҡшыларын билдәләүгә йүнәлтелә.
Проекта 17 йәшкә тиклемге балалар һәм 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Конкурс 3 номинацияла үтә: мөнәжәт башҡарыу, нәсихәт башҡарыу, Мәүлит Ямалетдиновтың шиғри эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 7 октябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Ғаризалар һәм видеояҙмалар буйынса һайлап алыу туры 8-9 октябрҙә онлайн-режимда үтә. Еңеүселәр 16 октябрҙә Гала-концертта ҡатнашасаҡ.
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347 - 75) 2-46-32; 8-999-131-18-37.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: