+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 11:15

Был аҙнаның премьералары

Был аҙнала театр һәм концерт ойошмалары үҙ ишектәрен аса. Тамашасылар ҙа, артистар ҙа бер-береһен һағынып өлгөрҙө.Һеҙҙең иғтибарығыҙға - премьералар тураһында мәғлүмәт.15 сентябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Балет. Мөхәббәт" исемле тамаша буласаҡ. 17-18 сентябрҙә Башопера сәхнәһендә опера солистары сығыш яһай. 16 сентябрҙә Милли йәштәр театры

17, 18 сентябрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында С.Айтматов повесы буйынса башҡорт телендә премьера – “Ал яулыҡлы тирәккәйем” спектакле.
16 сентябрҙә Сибай дәүләт башҡорт драма театры “Шайморатов-генерал” спектакленең премьераһына саҡыра. Ә 17 сентябрҙә тағы бер премьера - “Печаль моя светла” спектакле.
17 сентябрҙә БР Милли симфония оркестры “Башҡортостан” дәүләт концерт залында көтөп алынған программа менән сығыш яһай. Сәхнәнән Моцарт, Бетховендың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.
18, 19 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының рус драма театры “О чем думают мужчины?” спектакленең премьераһын тәҡдим итә. Был яңы джаз комедияһы.
17, 18 сентябрҙә Рус дәүләт академия драма театры А. Пушкин әҫәре буйынса “Барышня-крестьянка” спектаклен, 19 сентябрҙә “Свой путь” спектаклен күрһәтәсәк.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бер юлы ике премьера әҙерләгән. 19, 20 сентябрҙә театр йәш тамашасыларҙы “Коза-дереза” спектаклендә көтөп ҡала.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: