+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 16:55

«Киләсәк уҡытыусыһы» Рәсәй конкурсының финалы Башҡортостанда үтә

Ил президенты ҡарары нигеҙендә ойошторолған мәғариф проекты 13 төбәктән йыйылған педагогтарҙы берләштерҙе.

Түбәнге Новгород, Ырымбур, Һамар, Һарытау һәм башҡа өлкәләрҙән килгән уҡытыусылар Өфөлә өс көн дауам иткән конкурста көс һынашасаҡ. Еңеүселәргә Санкт-Петербургта үтәсәк бүләкләнәү тантанаһында һөнәри үҫеш өсөн уҡыуҙарға юллама тапшырыласаҡ. «Киләсәк уҡытыусыһы» федераль проекты ике йыл элек ойошторола. Быйыл мәғариф конкурсында ҡатнашырға теләп илдең төрлө төбкәтәрендә йәшәүсе 39 меңдән ашыу уҡытыусы ғариза ебәрә, әммә 160 кеше генә финалға сыға. Сарала педагогтарҙың һөнәри белемен камиллаштырыу маҡсатында дебаттар, оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль уйындар үткәреү ҡаралған.Мәғариф системаһы заман менән бергә атларға тейеш. Һанлы техника үҫеше дәүерендә уҡытыусыларҙың белеме заман талаптарына ярашлы булғанда ғына белемле балалар тәрбиәләргә мөмкин. Башлыса конкурс бәйге өсөн түгел, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторола, ти Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин
Читайте нас: