+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 11:35

Матур тамашаны ҡарарға күп халыҡ йыйылды

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль «Ете ҡыҙ» фонтаны янында сығыш яһаны. Һомғол бейеүсе ҡыҙҙар һәр статуэтка эргәһендә бейеүҙе башлап ебәргән саҡта, таш һәйкәл терелеп уянғандай тойолдо. Ансамблдең солисткаһы Регина Мостафина:

- Сара милли кейем көнөнә һәм 81-се концерт миҙгелен асыуға арналды. Беҙ халыҡты, «Йәнле легенда» проекты менән таныштырабыҙ һәм башҡорт халыҡ бейеүе «Ете ҡыҙ»ҙы башҡарып, халҡыбыҙ легендаларына, риүәйәттәренә, тарихына ла һөйөү тәрбиәләйбеҙ.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең миҙгел асыу тантанаһы 18 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында ойошторола.
"Оҙайлы тәнәфестән һуң ғәскәровсылар йәнә ҙур сәхнәлә концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Ансамбль тамашасыға ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» исеменә һәм «Биш континент» алтын миҙалына лайыҡ булған «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим итә, — тип хәбәр итте ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова. — Концертта бөтә санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү мотлаҡ. Тамашасыларҙы битлектә килеүҙәрен һорайбыҙ".
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: