Сығыш 10 сентябрҙә киске сәғәт 7-се 30 минутта «Ете ҡыҙ» фонтаны янында була. Ғәскәровсылар «Йәнле легенда» проекты менән таныштыра һәм башҡорт халыҡ бейеүе «Ете ҡыҙ»ҙы башҡара.
Миҙгел асыу тантанаһы 18 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында ойошторола.
«Оҙайлы тәнәфестән һуң ғәскәровсылар йәнә ҙур сәхнәлә концерт программаһы менән сығыш яһай. Ансамбль тамашасыға ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» исеменә һәм «Биш континент» алтын миҙалына лайыҡ булған «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим итә, — тип хәбәр итте ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова. — Концертта бөтә санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү мотлаҡ. Тамашасыларҙы битлектә килеүҙәрен һорайбыҙ».
https://www.bashinform.ru/news/1490907-v-ufe-ansambl-imeni-fayzi-gaskarova-vystupit-u-fontana-sem-devushek/
Теги: Ғәскәров исемендәге ансамбль, миҙгел асыу