-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 17:53

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе 30-сы юбилей миҙгелен премьера менән аса

Быйыл Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе 30-сы юбилей миҙгелен премьера менән аса.

24 сентябрҙә берләшмәнең Башҡорт драма театры «Хушығыҙ, хыялдарым!» исемле спектаклдең премьераһы менән асыла. Спектакль Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әнғәм Атнабаев әҫәре буйынса ҡуйылған. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин.
30 сентябрҙә Стәрлетамаҡ филармонияһы «Нурлы ла, моңло ла осрашыу» исемле яңы программа менән асыласаҡ. Унда баш дирижер Артем Болотов етәкселегендәге рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры һәм филармония солистары ҡатнашасаҡ.
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МӘҘӘНИ ДОНЪЯҺЫ
Читайте нас в