+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 19:45

Руслан Шәрәфетдинов «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Руслан Шәрәфетдинов «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бөгөн, 9 сентябрҙә, коллективты яңы етәксе менән таныштырҙылар.

Ошо вазифаны биләгән Алик Шакиров агентлыҡта эшләргә ҡала, тип хәбәр итте Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.
Руслан Шәрәфетдинов 1970 йылдың ноябрендә Өфөлә тыуған. 1991 йылда —Львов юғары хәрби-сәйәси училищеһын, 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. 1994-2012 йылдарҙа Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында хеҙмәт иткән. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе, республика эске эштәр министрының шәхси состав менән эшләү буйынса урынбаҫары булып эшләгән. Һуңғы ваҡытта БСТ телеканалында «Дөрөҫөн әйткәндә » телепроектын алып бара.
https://www.bashinform.ru/news/1490735-i-o-glavreda-agentstva-bashinform-naznachen-ruslan-sharafutdinov/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: тәғәйенләүҙәр, баш мөхәррир
Читайте нас: