-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 13:30

Өфөлә милли кейемгә арналған түңәрәк өҫтәл була

11 сентябрҙә – Башҡорт милли кейеме көнөндә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында милли кейемгә арналған түңәрәк өҫтәл була.

Түңәрәк өҫтәл барышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһай, башҡорт милли тегеү һәм күн традицияларын, шулай уҡ зәркән оҫталығын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға өлөш индергән шәхестәрҙең докладтары һәм фекерҙәре тыңлана.
Улар араһында – «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, педагог, филология фәндәре кандидаты, «Башҡорттарҙың түш биҙәүестәре» китабы авторы Азат Ғарипов, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының этнография бүлеге ғилми хеҙмәткәре Сәлимә Усманова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, «Төньяҡ амурҙары» хәрәкәтен ойоштороусы һәм уның етәксеһе Юлай Ғәлиуллин һәм башҡалар.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар башҡорттарҙың милли биҙәүестәренә, уларҙы яһауҙың заманса ысулдарына, шулай уҡ һуңғы ваҡытта барлыҡҡа килгән милли биҙәүестәрҙе идентификациялау проблемаларына ҙур иғтибар бүлә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған #МинеңМиллиБиҙәүесем флешмобына йомғаҡ яһала.
Түңәрәк өҫтәл иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
https://www.bashinform.ru/news/1489859-v-ufe-sostoitsya-kruglyy-stol-posvyashchennyy-natsionalnomu-kostyumu/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: милли кейем
Читайте нас в