+15 °С
Облачно
Новости
9 Сентября 2020, 09:45

Башҡорт дәүләт академия драма театры «Ҡырым театр көҙө» фестивалендә уңышлы сығыш яһаны

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Ҡырым театр көҙө» фестивалендә уңышлы сығыш яһаны. 8 сентябрҙә театр Симферополь ҡалаһында “Рөстәмдең сере” исемле спектаклде күрһәтте һәм тамашасыларҙың көслө алҡыштарына лайыҡ булды.

Фестиваль сиктәрендә театр артистары Ялта ҡалаһында А.П. Чеховтың йорт-музейында булды. Артистар тәҫьораттары менән бүлешеп, “Чехов йортонда күрһәтелгән әйберҙәр, театр афишалары һәм фотолар коллекцияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты”, - тинеләр.
«Ҡырым театр көҙө» фестивале быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҙына арнала һәм бер юлы 3 ҡалала үтә. Фестиваль сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар үтә.
Читайте нас