+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 18:30

«Заманса башҡорт операһы лабораторияһы»нда ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры башланғысында старт алған күләмле проект Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды грантына ойошторола.

Киләһе аҙнанан либретто яҙыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре башлана. Унда республика, ил кимәлендә билдәле шағирҙар, драматургтар, тәнҡитселәр, режиссерҙар лекциялар менән сығыш яһаясаҡ. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры башланғысында старт алған күләмле проект Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды грантына ойошторола. Лабораторияның маҡсаты - музыка һәм әҙәбиәт өлкәләрендә яңы исемдәр асыу, башҡорт фольклорына, тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән заманса милли опералар яҙыу, иң яҡшыларын сәхнәгә сығарыу.
Асҡар Абдразаҡов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе:
- Был проект республика мәҙәниәте һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерер тип уйлайым. Лаборатория бер йыл эшләйәсәк, яңы композиторҙар, либретто яҙыусылар, драматургтар, шағирҙар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ.
Гөлназ Хәйбуллина
Читайте нас: