-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 15:30

Сентябрҙә Башҡортостанда ултыртылған ағастар һаны буйынса рекорд ҡуйырға йыйыналар

Акция 19 һәм 26 сентябрҙә ойошторола, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү мотлаҡ. Унда тотош республика буйынса 91 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Сентябрҙә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы барышында 25 мең ағас үҫентеһе ултыртыу планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.
Акция 19 һәм 26 сентябрҙә ойошторола, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү мотлаҡ. Унда тотош республика буйынса 91 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Борис Беляев билдәләүенсә, быйыл «Йәшел Башҡортостан» акцияһы «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе менән бергә үткәрелә. 2020 йылда был проектты 67 дәүләт хупланы. Өмә барышында бөтә илдә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә миллион ағас ултыртыу күҙаллана. Бөтә Рәсәй өмәһе донъялағы күп кеше ҡатнашҡан экологик сара булараҡ Гиннестың Рекордтар китабына инеүгә дәғүә итә.
https://www.bashinform.ru/news/1489969-v-sentyabre-v-bashkirii-vysadyat-25-tysyach-derevev-/
Сергей Николаев
Теги: ағас ултыртыу
Читайте нас в