+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 11:05

16 сентябрь Сибай дәүләт башҡорт драма театры яңы юбилей миҙгелен аса

Үҙизоляция осоронда ябыҡ форматта күрһәтелгән Ф.Бүләковтың «Шайморатов генерал» драмаһын, ниһайәт, тамашасы күреп, баһа бирә аласаҡ.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театры» проекты сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сәхнә әҫәре 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, уның командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов хәтеренә бағышлана.
Реквием - ҡайғы, хәсрәт теле, ул - талантлы кешенең трагедияһы хаҡында. Командованиеның хаталы иҫәбе арҡаһында, авиация һәм артиллерия ярҙамынан мәхрүм ителеп, Шайморатов етәкселек иткән дивизия “Ясная поляна” ауылында тороп ҡала. Генерал дошмандың автоматлаштырылған 2 полкын һәм 80 танкын нисек булһа ла туҡтатырға, үткәрмәҫкә тигән бойороҡ ала. Уның дивизияһында тик аттар һәм шашка менән ҡоралланған егеттәр. Бик ҙур тәжрибәле, быға тиклем алыш тактикаһы буйынса бер ваҡытта ла яңылышмаған етәксе алдына мөмкин булмаған маҡсат ҡуйыла. Һәм ул буласаҡ яҙмыштарын күрә тороп, ҡанлы алышҡа иң яҡшы яугирҙәрен ебәрергә мәжбүр була. Ауыр мәлдәрҙә лә сигенмәй, танктарға ҡаршы ҡаһармандарса алышыусы дивизияның, уның командирының уй-кисерештәрен, батырлыҡтарын халыҡҡа түкмәй-сәсмәй еткереү – спектакль авторҙарының төп маҡсаты.
Актерҙар, декорация, костюмдар, музыка, хәрәкәт, хатта залдағы һәм сәхнәләге ут яҡтылығы бер-береһен тулыландырып спектаклдең уңышына булышлыҡ итә. Уникаль тамашанан ситтә ҡалмағыҙ!
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: